Республикала МХО-ла ҡатнашыусы «Әбйәлил яугире» миҙалы менән бүләкләнде13.03.2026

Республикала МХО-ла ҡатнашыусы «Әбйәлил яугире» миҙалы менән бүләкләнде

Фото: Әбйәлил районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте | социаль селтәрҙәр

Әбйәлил районында МХО-ла ҡатнашыусы Илнур Хәйруллин «Әбйәлил яугире» миҙалы менән бүләкләнде. Яугиргә награданы муниципалитет етәксеһе Айрат Әминев тапшырҙы.

«Буранғолда ауыл биләмәһенең йомғаҡлау сессияһында булдым. Яҡташыбыҙ Илнур Хәйруллинға «Әбйәлил яугире» миҙалын тапшырҙыҡ. Һинең һәм беҙҙең беҙҙең тыныслыҡты һаҡлаған башҡа яугирҙәр алдында баш эйәбеҙ»,  – тип яҙа Айрат Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүҙең 2026 йылдың төп бурысы булыуы хаҡында белдергәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-03-13/v-bashkirii-uchastnika-svo-nagradili-medalyu-voin-abzelila-4613316



Вернуться назад