Башҡортостанда етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусыларға сираттан тыш торлаҡ алыу хоҡуғы бирелә
Етем бала статусына эйә булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сиратһыҙ торлаҡ бүлергә тәҡдим иттеләр. Тейешле закон проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән.
Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ярҙам ике төрҙә күрһәтелә: йә социаль ҡуртым килешеүе буйынса фатир, йә иһә торлаҡ һатып алыу йәки ипотеканы ҡаплау өсөн аҡса бирелә.
МХО биләмәһендә бурысын үтәгән, шулай уҡ сик буйындағы биләмәләрҙә һөжүмде кире ҡаҡҡан яугирҙәр ҙә өҫтөнлөккә эйә, тип өҫтәне спикер. Әлеге башланғыс Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса дәүләт советы комитетында ҡарала.