Башҡортостан яугире Суворов миҙалы менән бүләкләнде

Рәсәй президенты указы буйынса Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылынан «Фаза» позывнойлы яугир Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Яҡташыбыҙға фронтта күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн дәүләт наградаһы тапшырылды.
Өйҙә «Фаза»ны әсәһе, ағай-апайҙары һәм ҡатыны көтә. Яугир әйтеүенсә, ғаиләһенең ярҙамы уға хәрби бурысын үтәгәндә көс бирә.