11 февралдә Учалыла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнур Игликов, Евгений Волков, Рәмил Ғәләүетдинов, Дмитрий Заварихин, Владислав Мальцевтың ғаиләләре менән осрашты.
Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Яугирҙәрхәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң ошондай наградаға лайыҡ булды.
– Егеттәр – ысын геройҙар, улар үҙ бурысын аҙағынаса үтәне. Һеҙ улар менән ғорурлана алаһығыҙ. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ һәм һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең бурыс – һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреү. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, сәләмәтлегегеҙҙе ҡайғыртығыҙ, күптәргә ейәндәр үҫтерешергә кәрәк. Әлбиттә, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү — муниципалитет башлыҡтарының төп бурысы.
Яугирҙәрҙең туғандары Радий Хәбировҡа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә иғтибары һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының ғәмәлдә булыуын әйтеп үтте.