Башҡортостандан ике бала әсәһе яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара10.02.2026

Башҡортостандан ике бала әсәһе яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара

Фото: Әбйәлил районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / соцсети

Әбйәлил районының Айыуһаҙ ауылынан ике бала әсәһе Роза Алтынбаева үҙ теләге менән МХО биләмәһенә хеҙмәт итергә юллана. Ҡыйыу ҡатындың был аҙымы тураһында муниципалитет хакимиәтендә һөйләнеләр.

Башта Роза Донецк госпиталендә медицина ротаһында эшләй. Хәҙер Авдеевка янында танк ротаһы составында һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡара, яҡташыбыҙ – санинструктор.

«Ҡатын-ҡыҙҙарҙы алғы һыҙыҡҡа ебәрмәйҙәр. Беҙгә яралыларҙы алып киләләр, беҙ уларға ярҙам күрһәтәбеҙ. Әммә бында медик ҡына түгел, яугиргә ярҙам итеү, тынысландырыу өсөн әхлаҡи яҡтан ныҡ, ҡайһы берҙә психолог булырға кәрәк», – ти Роза.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-10/mama-dvoih-detey-iz-bashkirii-ushla-na-svo-spasat-zhizni-soldat-4571885



Вернуться назад