Әлшәй умартасыһы яугирҙәргә бал ебәргән06.02.2026

Әлшәй районынан Фәнис Ғәлимов махсус хәрби операция яугирҙәренә үҙенең умарталығынан алынған 35 килограмм сифатлы бал ебәргән.

Фото: Наил Әбелғужин/ Әлшәй районы хакимиәте башлығының телеграм-каналы

«МХО башланғандан алып ул Ватанды һаҡлаусыларға татлы ризыҡ оҙата, — тип хәбәр итә Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин. — Яугирҙәр тәм-том менән генә һыйланып ҡалмай, ябай граждандарҙың, яҡындарының күңел йылыһын тоя. Фәнис Ғәлимйән улы кеүек кешеләр булғанда һәр яугир үҙен дуҫлыҡ, Ватанға һөйөү һәм тоғролоҡ хаҡын белгән ҙур ғаиләнең бер өлөшө итеп тоя».

Фәнис Ғәлимов – республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 40 йыл хеҙмәт стажы булған тәжрибәле зоотехник. Күптән түгел ул 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Район башлығы яҡташын ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-дәрт теләне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-05/zhitel-bashkirii-otpravlyaet-na-svo-myod-s-sobstvennoy-paseki-4566364



Вернуться назад