Башҡортостандан штурмовиктар командиры Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы Таһир Күсимов исемендәге батальонының штурмлау ротаһы взводы командиры Эдуард Хужин МХО биләмәһендә һөжүм ваҡытында күрһәткән фиҙакәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, лейтенант Хужин взводы Краснолиманск йүнәлешендә ВСУ-ның терәк пунктын юҡ иткән. Бынан һуң дүрт көн дауамында башҡорт подразделениеһы өҙлөкһөҙ артиллерия, миномёттар уты һәм дрон һөжүме аҫтында Рәсәй ғәскәрҙәре өсөн стратегик мөһим позицияларҙы һаҡлап ҡала.
Эдуард Хужиндың оҫта командалыҡ итеүе һөҙөмтәһендә штурмлау төркөмдәре ҡуйылған хәрби бурысты үтәүгә өлгәшә.
Бынан алдараҡ «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонының БПЛА бүлеге командиры МХО-ла яуҙаштарының батырлығы хаҡында һөйләгәйне.