Башҡортостан ефрейторы Рәсәй Оборона министрлығының юғары наградаһы менән бүләкләнде26.01.2026
Фото: видеонан стоп-кадр / «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы матди тәьминәт ротаһының автомобиль взводы ефрейторы Илдус Ниғмәтуллин II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Башҡортостандан МХО яугире Илдус Ниғмәтуллин 2023 йылдың көҙөнән хәрби бурыстарҙы үтәй. Яугир алғы һыҙыҡҡа кәрәк-яраҡтар ташый, хеҙмәттәштәре уның хаҡында хәрби һәм сәйәси әҙерлек отличнигы тип әйтә.

Бынан алдараҡ МХО биләмәһендә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙәре алдында балерина Дарья Захаренкова сығыш яһағайны.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-01-26/efreytora-iz-bashkirii-nagradili-vysokoy-nagradoy-minoborony-rf-4550415



Вернуться назад