Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы шифаханаларҙа дауалау буйынса ташлама ғәмәлгә индерелде30.01.2026
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау һәм уларҙың ғаилә ағзаларын һауыҡтырыу эшен башланы. Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә беҙҙең шифаханаларҙың береһе лә был эштән ситтә ҡалмауын билдәләне. Уларҙа бөтәһе 9 меңгә яҡын кеше дауаланған.

«Белеүемсә, бюджеттың сикле булыуына бәйле шифахана-курорт дауалауы йәһәтенән ярҙам сараларының береһе туҡтатылды. Атап әйткәндә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарының шифаханаларҙа льготалы шарттарҙа йәшәүе. Был ҡарарҙы урынһыҙ тип иҫәпләйем. Республика хөкүмәтенән финанслау сығанаҡтарын билдәләүҙе һәм был ярҙамды тулы күләмдә тергеҙеүҙе һорайым. Шифаханалар яугирҙәребеҙгә эсәр һыу, гуманитар йөк ебәрә. Ситтә ҡалмағанығыҙ, үҙ эшегеҙгә яуаплы ҡарағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле коллегалар», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-01-30/lechenie-v-sanatoriyah-bashkirii-proshli-pochti-9-tysyach-uchastnikov-svo-4556914

 

 



Вернуться назад