Республикабыҙ ауылында МХО-ла ҡатнашыусылар аллеяһы барлыҡҡа килде13.11.2025
Фото: матбуғат хеҙмәте / Баймаҡ районы хакимиәте

Республикабыҙ ауылында МХО-ла ҡатнашыусылар аллеяһы барлыҡҡа килде

Баймаҡ районының Темәс ауылында МХО-ла ҡатнашыусылар аллеяһы булдырылған. Был эшкә МХО ветерандары, урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар күп көс һалған. Улар аллея өсөн урын әҙерләгән, биләмәне кәртәләп алған, ерен һөргән, һуңынан ағастар ултыртҡан.


Темәс ауыл советы башлығы Айгөл Байрамғолова әйтеүенсә, тиҙҙән аллеяла иҫтәлекле стела ҡуйырға йыйыналар, уны әҙерләй башлағандар.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр ҙә Башҡортостан халҡы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштерергә теләй икән, бындай мәсьәлә муниципаль кимәлдә хәл ителергә тейеш, тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеш ваҡытында. Махсус операция тамамланғас, Өфөлә МХО геройҙарына арналған дөйөм республика мемориалы ҡуйыла, тип өҫтәне Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-13/v-sele-bashkirii-poyavilas-alleya-uchastnikov-svo-4465371

Фото: матбуғат хеҙмәте / Баймаҡ районы хакимиәте


Вернуться назад