
Башҡортостанда хаҡлы ялдағы ир-уҙаман алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә машина ебәргән
Ҡариҙел районында йәшәгән ир-уҙаман Рәмит Асҡаров үҙенең УАЗ машинаһын МХО биләмәһенә ебәргән. Был хаҡта муниципалитет башлығы Айҙар Шәйҙуллин хәбәр итә.
«Рәмит Мөхәмәтғәли улының яугирҙәргә шул тиклем кәрәкле техника тапшырыуы маҡтауға лайыҡ. Һеҙҙең ярҙам – реаль ярҙам һәм дөйөм эшкә тос өлөш», – тип билдәләне Айҙар Шәйҙуллин.
Район хакимиәтендә пенсионерға әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамы өсөн рәхмәт хаты тапшырылды.
