Республикабыҙҙан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары транспортта бушлай йөрөй ала26.08.2025

Республикабыҙҙан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары транспортта бушлай йөрөй ала

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мәктәптәрҙә, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыған балалары өсөн бушлай юл йөрөү буйынса төбәк дәүләт хеҙмәте барлыҡҡа килде. Яңы уҡыу йылында уларҙың социаль транспорт картаһы буйынса айына 60 тапҡыр бушлай йөрөү мөмкинлеге бар.

Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында асыҡлауҙарынса, льгота дөйөм белем биреү ойошмаларында — 1 сентябрҙән 31 майға, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем ғәмәлдә була. Уның менән ҡала һәм ҡала яны транспортында (таксиҙан тыш) файҙаланырға мөмкин.


Хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн МИР картаһы, «Алға» транспорт картаһы йәки уҡыусы картаһы кәрәк.


— Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү, шулай уҡ яңы сервистар булдырыу — «Мәғлүмәттәр иҡтисады» милли проектының төп бурыстарының береһе, — тип билдәләне ведомство етәксеһе Геннадий Разумикин.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-26/deti-uchastnikov-svo-iz-bashkirii-smogut-besplatno-ezdit-v-transporte-4362243









Вернуться назад