Республикала умартасылар ғаиләһе яугирҙәргә 50 килограмдан ашыу бал тапшырған22.08.2025
Фото: Яңауыл районы хакимиәте

Республикала умартасылар ғаиләһе яугирҙәргә 50 килограмдан ашыу бал тапшырған

Яңғыҙнарат ауылынан Зинира һәм Ришат Фәррәховтар өсөнсө йыл инде махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам күрһәтә. 30 йыл стажы булған умартасылар ғаиләһе даими рәүештә алғы һыҙыҡҡа үҙҙәренең тәмле балын ебәрә, тип хәбәр итә Республикаға идара итеү үҙәге Яңауыл районы хакимиәтенә һылтанма менән.


Ошо көндәрҙә улар Миңлеғәле Шайморатов исемендәге урындағы ирекмәндәр штабына 50 килограмдан ашыу татлы ризыҡ ташырған.

«Яугирҙәребеҙ файҙалы витаминдар алһын һәм һау-сәләмәт булһын. Был иһә илебеҙҙе һаҡлаусыларға беҙ эшләй алғандың бәләкәй генә өлөшө», — ти Фәррәховтар.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-22/semya-pchelovodov-iz-bashkirii-peredala-boytsam-bolee-50-kg-meda-4357544



Вернуться назад