Яҡташ яугир тыуған ауылында яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйған
Шишмә районынан «Чистый» позывнойлы яугир «Атайсал» проектында ҡатнашҡан.
Шишмә районының Шөңгәккүл ауылынан «Чистый» позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялында тыуған ауылына бүләк эшләргә булған. «Атайсал» проекты сиктәрендә ир-уҙаман үҙ урамына 15 заманса фонарь һатып алып ҡуйған. Был хаҡта «Родник плюс» гәзите хәбәр итә.
«Урамыбыҙҙың яҡтыраҡ һәм йәмлерәк булыуын теләнем», – тине яугир һәм Шөңгәккүл ауыл советы етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикабыҙ яугиренең мәсетте төҙөкләндереү өсөн 1 миллион һум аҡса күсереүе тураһында хәбәр иткәйне.