Республикабыҙҙан МХО ветерандары «Ватанды һаҡлаусылар кубогы»нда көмөш миҙал яуланы
Республиканың йыйылма командаһы Дзержинск ҡалаһында ултырып волейбол уйнау ярыштарында яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Дзержинскиҙа төбәк-ара «Ватанды һаҡлаусылар кубогы»нда Башҡортостандан МХО ветерандары командаһы ултырып волейбол уйнау ярышында көмөш миҙалға лайыҡ булды, улар Удмурт Республикаһы командаһынан ғына ҡалышты. Бронзаны Һамар өлкәһе ветерандары алды.
Спортсыларҙы өҫтәл теннисы һәм бысаҡ һелтәү буйынса ярыштар көтә, тип хәбәр иттеләр «Ватанды һаҡлаусылар» фондынан.
Ярыштарҙа республикабыҙ намыҫын 14 МХО ветераны яҡлай. Команда составында – ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» еңеүселәре һәм призерҙары Олег Мөфтәхетдинов, Артем Мөхәрәмов, шулай уҡ Илеш районынан Рубен Хәсәнов, Бөрө районынан Лев Зәйнетдинов, Балаҡатай районынан Максим Корлыханов.