Башҡортостан ирекмәндәре Луганск госпиталдәрендә эш башланы19.08.2025
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостан ирекмәндәре Луганск госпиталдәрендә эш башланы

Был ирекмәндәрҙең «Беренсе тирмә» төркөмө составында 20-се тапҡыр барыуы, тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Луганск Халыҡ Республикаһында улар яралыларҙы ҡарай, ашата-эсерә, процедураларға йөрөтә, бүлексәләрҙә дежурҙа тора. Смена ике аҙна дауам итә. Күптәр яугирҙәр янына бер тапҡыр барыу менән генә сикләнмәй, йәнә килә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.


«Беренсе тирмә» проекты былтыр ноябрҙә эшләй башланы, тип иҫкә төшөрҙө ул. Ошо ваҡыт эсендә унда 32 райондан 146 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Уларҙың күбеһенең яҡындары МХО биләмәһендә хәрби бурысын үтәй.


20-се смена составында — Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Шаран райондарынан 7 ҡатын-ҡыҙ.


«Хоҙай уларҙың һәр береһенә һәм ирекмәндәргә һаулыҡ бирһен. Хеҙмәтегеҙ, изге эштәрегеҙ өсөн алдығыҙҙа ихтирам менән баш эйәм. Ситтә ҡалмағанығыҙ өсөн рәхмәт», — тигән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-19/volontery-iz-bashkirii-pristupili-k-rabote-v-gospitalyah-luganska-4353895



Вернуться назад