Башҡортостандың транспорт министры – МХО яугире остазы18.08.2025
Фото: Любовь Минакованың телеграм-каналы

Башҡортостандың транспорт министры – МХО яугире остазы

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусыны шефлыҡҡа алды.

Любовь Минакова үҙенең телеграм-каналында яҙыуынса, ведомство хеҙмәткәрҙәре кадрҙар программаһында ҡатнашыусыға юл эштәрен планлаштырыу, транспорт инфраструктураһын үҫтереү өҫтөнлөктәре һәм автомобиль юлдарын ремонтлауҙа ҡулланылған заманса технологиялар хаҡында һөйләгән.


«Василий Юрьевич бер аҙна юл хужалығы бүлегендә эш менән танышты. Яҡташыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныуы ҙур», — тип билдәләне Минакова.


Бынан алда Өфөнән хәрби хәбәрсе «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашты.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-18/glava-mintransa-bashkirii-stala-nastavnikom-dlya-boytsa-svo-4352462



Вернуться назад