Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры улы менән осрашҡан
Ирина Голованованың улы штурм подразделениеһы составында хеҙмәт итә.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә МХО биләмәһендә улы менән осрашыуы тураһында яҙып сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова эш сәфәре менән Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды.
«Беҙҙең яңы территорияларға командировкаға барғас, әлбиттә, бер генә минутҡа булһа ла улымды күрергә тигән өмөт бар ине. 2023 йылдың декабрендә гуманитар ярҙам менән МХО биләмәһендә булып ҡайттым, әммә ул саҡта килеп сыҡманы. Барыһын да аңлайым – хеҙмәт. Был юлы улым менән күрештем, ул штурм полкы составында хәрби бурыстарҙы үтәй, ил сиген һаҡлай. Был ҡыҫҡа осрашыу уның өсөн көтөлмәгән хәл булды. Улым аҙ һүҙле, гел ашыға, әммә шул тиклем ғәзиз, яҡын. Күреп, ҡосаҡлап өлгөрҙөм, күҙ йәштәремде тыя алманым. Ныҡ яратам һәм ҡайтыуыңды көтәм, тинем. Улдары ата-әсә йортонан йыраҡта булған әсәләр кеүек түҙемһеҙләнеп көтәм. Барыһына ла именлек теләйем!» — тип яҙа Ирина Голованова.