Республика шифаханаларында 7,5 мең яугир бушлай ял иткән
Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн шифаханаларҙа бушлай ял итеү популяр ярҙам сараһы булып ҡала.
Республика вице-премьеры — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Республикаға идара итеү үҙәгендә биргән интервьюһында әйтеүенсә, 2023 йылда шифаханаларҙа — 1,5 мең, 2024 йылда иһә 3,5 мең кеше һаулығын нығытҡан. 2025 йылдың майына ҡарата 2,5 мең хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың яҡындары ташлама менән файҙаланған.
«Бөгөн Башҡортостандың 15 шифаханаһында ял итергә мөмкин. Был хеҙмәткә саҡырған ваҡытта республикабыҙҙа теркәлгән яугирҙәр өсөн актуаль. Уны бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин», — тип билдәләне Полянская.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, шифахана-курортта дауаланыуҙың оҙайлығы МХО яугире өсөн 14 йәки ике кеше өсөн 7 көн тәшкил итә. Республика бюджетынан финансланған юлламаның хаҡы ике аҙна өсөн 60,2 мең һум, ә ете көн өсөн 30,1 мең һум тора.