Башҡортостанда МХО ветеранына һөнәри уҡыуға сертификат алды12.08.2025
Фото: Ленара Иванованың телеграм-каналы

Башҡортостанда МХО ветеранына һөнәри уҡыуға сертификат алды

Урал Әхмәров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнаша.

МХО ветераны Урал Әхмәров һөнәри уҡыуға һәм өҫтәмә һөнәри белем алыуға сертификат алды. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.


«Урал беҙҙең ведомствола стажировка үтә, ул МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү буйынса ағымдағы бурыстарҙы хәл итеүгә әүҙем ҡушылды. Ббиреү сертификаттары — МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә иң популяр ярҙам сараларының береһе. Әле беҙ 800-ҙән ашыу сертификат тапшырҙыҡ», — тип билдәләне Ленара Иванова.


Урал Әхмәров МХО биләмәһендә М.Шайморатов исемендәге батальон составында хеҙмәт иткән. Яраланғандан һуң тыуған яғына ҡайтҡан. Хәҙер «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнаша. Ветеран үҙенең остазы, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова етәкселегендә социаль эште үҙләштерә.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-12/veteran-svo-v-bashkirii-poluchil-sertifikat-na-professionalnoe-obuchenie-4346120



Вернуться назад