Башҡортостанда МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү ваҡыты оҙайтылды01.08.2025
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостанда МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү ваҡыты оҙайтылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров буласаҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам сараһы тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы МХО биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн оборона министрлығы менән контракт төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын август аҙағына тиклем оҙайтты. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.


Башҡортостанда контрактсыларға түләүҙәр күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Бөгөнгә контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең дөйөм суммаһы – 1 700 000 һум. Шуның 1 300 000 һумы - республиканан, ҡалғандары федераль бюджеттан бүленә.  


Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы бойомға ашырыла.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-01/v-bashkirii-prodlili-srok-edinovremennyh-vyplat-kontraktnikam-svo-4335236



Вернуться назад