Яҡташ яугир – Рәсәй Геройы31.07.2025
Фото: Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте сайты

Яҡташ яугир – Рәсәй Геройы

Тағы бер яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

116-сы айырым махсус тәғәйенләнештәге бригада командиры генерал-майор Руслан Ғарифуллинға «Алтын йондоҙ»ҙо Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры Виктор Золотов тапшырҙы.


Генерал-майор Ғарифуллин ошо юғары наградаға махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булды.


«Яугирҙәрҙең характеры өсөн 116-сы бригаданы «ҡорос һымаҡ» тип йөрөтәләр. Әйткәндәй, Салауат Юлаев исемендәге ике батальоныбыҙ доброволецтары тап ошо подразделение составында хеҙмәт итә. Улар төрлө хәрби бурыстарҙы үтәй, Тыуған илебеҙ сиген һаҡлай, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Руслан Вил улын ысын күңелдән ҡотлайым! Республика һеҙҙең менән ғорурлана!»


Бынан алдараҡ «Башинформ»да МХО-ла Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ республикабыҙ яугирҙары тураһында лонгрид баҫылғайны.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-30/esche-odin-zhitel-bashkirii-udostoen-zvaniya-geroya-rossii-4332692


 


 



Вернуться назад