Башҡортостандан ағалы-ҡустылы бер туған МХО биләмәһенән 94 йәшлек әсәһен күрергә ҡайтҡан
Был хаҡта Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов хәбәр итте.
Благовар районынан «Грат» һәм «Грот» позывнойлы яугирҙәр әсәләре Нәзирә Ғәҙелшинаға 94 йәш тулған көндө ҡайтып төшкән.
«Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Олатайҙарығыҙ кеүек Еңеү яулағыҙ!» — тине Нәзирә Ғәҙелшина улдарына фронтҡа китергә ваҡыт еткәс.
Ағаһы фронтҡа китергә булғас, ҡустыһы ла, һис икеләнеп тормайынса, шундай ҡарар ҡабул итте, тип өҫтәне Марат Йосопов.