Ауыл халҡы МХО яугирҙәренә «Урал» мотоциклын ебәргән30.07.2025
Фото: Анна Карабанова/vk.com

Ауыл халҡы МХО яугирҙәренә «Урал» мотоциклын ебәргән

Благовещен районының Бедеева Поляна ауылы халҡы алғы һыҙыҡҡа «Урал» мотоциклын ебәргән.


Яугирҙәргә транспортты урындағы эшҡыуар Сергей тимофеев биргән. Ағалы-энеле Рөстәм һәм Фәнил Ғәләүетдиновтар запас частар һатып алған, ә Денис Сидоров һәм Игорь Копысов уны ремонтларға ярҙам иткән.


«Урал»ды» өс йылға яҡын МХО-ла хеҙмәт иткән «Лютый» позывнойлы яҡташтарына тапшырғандар.


«Мотоцикл урынға барып етте. Ул яугиребеҙгә һәм уның хеҙмәттәштәренә хәрби бурыстарҙы үтәргә ярҙам итер тип ышанам», – тип билдәләне хакимиәт башлығы Анна Карабанова.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда уҡыусы ҡыҙ яугирҙәр өсөн иконалар сигә.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-30/v-bashkirii-selchane-peredali-boytsam-svo-mototsikl-ural-4331429



Вернуться назад