Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүҙә яуаплы булыуҙы һораны
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың туғандарына ярҙам саралары хаҡында иҫкә төшөрҙө. Махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү туҡтамай, тип өҫтәне ул.
Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан яугирҙәргә ҙур иғтибар бүлә. Республика уларға, шулай уҡ ғаиләләренә һәр яҡлап дәүләт ярҙамы күрһәтә, был эш туҡтамай. Радий Хәбиров ошо һүҙҙәрҙе йыш әйтә.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 54 төбәк ярҙам сараһы ғәмәлдә (мәғариф, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш проблемаларын хәл итеү һәм башҡалар).
«Беҙ уларға һаулыҡты нығытыу, ҡайтанан уҡыу, күңеленә оҡшаған шөғөл табыу мөмкинлеген бирәбеҙ. Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары тураһында хәстәрлек күрергә тырышабыҙ. Атайҙары, кемдеңдер әсәйҙәре Тыуған илебеҙ һағында булғанда, улар бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисерергә тейеш түгел», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Республика етәксеһе ярҙам саралары исемлеген даими рәүештә тулыландырып тороуҙарын иҫкә төшөрҙө.
«Мин һәр ваҡыт муниципалитет башлыҡтарынан, республиканың власть органдары етәкселәренән махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләренә мөмкин тиклем яуаплы ҡарауҙарын, был эште исем өсөн генә башҡармауҙарын һорайым. Бөгөн МХО-ға, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙән дә мөһимерәк бурыс юҡ», — тине Радий Хәбиров.