Ҡырмыҫҡалыла МХО-ла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә мәсет төҙөлдө
Был изге эштә МХО-ла һәләк булғандарҙың туғандары ҙур матди ярҙам күрһәткән. Яңы Аллаһ йорто уларҙың иҫтәлегенә бағышланған.
Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында «Абдулла» мәсете асылды. Иҫке Бәпес ауыл советы хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин хәбәр итеүенсә, мәсет асыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте вәкилдәре, ауыл халҡы, ҡунаҡтар ҡатнашты.
Күмәкләп мәсет төҙөү эшен атҡарып сыҡҡандар. Айырыуса МХО-ла һәләк булған яугир Андрей Касьяновтың әсәһе Рәмзиә Фәйзи ҡыҙы Ғималетдинова ҙур матди ярҙам күрһәткән. Андрейҙың мосолман исеме – Абдулла, шуға күрә мәсеткә лә геройҙың исемен биргәндәр. Мәсет төҙөлөшөнә Миләүшә Миңлеғәле ҡыҙы Баязитова ла ҙур өлөш индергән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның улы Илназ һәм ире Илдар яуҙан әйләнеп ҡайтмаған.
Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалмаған, һәр кем хәленән килгәнсә аҡса биргән, шулай уҡ «Монолит», «Агрохим» йәмғиәттәре, Ҡырмыҫҡалы Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәкселәре ярҙам иткән.
Ҡарлыманбаш халҡы мәсет тураһында күптән хыялланған. Бына, ниһайәт, уларҙың хыялы бойомға ашты. Мәсет асыу тантанаһы күмәкләп сәй эсеү, ихлас әңгәмәләр менән тамамланды. Махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәр менән бергә булған Хәмзә хәҙрәт тә үҙенең хәтирәләре һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.