Башҡортостанда Рәсәйҙең иң көслө кешеһе МХО ветерандары алдында сығыш яһаны22.07.2025
Фото: Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫараы- спорт министры Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы

Башҡортостанда Рәсәйҙең иң көслө кешеһе МХО ветерандары алдында сығыш яһаны

Эльбрус Ниғмәтуллин ике тоннанан ашыу ауырлыҡтағы автобусты арҡан менән һөйрәне.

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында МХО ветерандары менән дәрестәр дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унда кисә «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы буйынса беренсе уҡытыу модуле курстары башланды.


Бөгөн лекциялар башланыр алдынан Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин тыңлаусылар өсөн иртәнге зарядка үткәрҙе. Күнегеүҙәр бәһлеүәндең төп сығышы менән тамамланды. Эльбрус Ниғмәтуллин ике тоннанан ашыу ауырлыҡтағы автобусты арҡан менән урынынан күсерҙе.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-22/v-bashkirii-pered-veteranami-svo-vystupil-samyy-silnyy-chelovek-rossii-4322139



Вернуться назад