МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә торлаҡ менән ярҙам итәләр21.07.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә торлаҡ менән ярҙам итәләр

Бында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, ҡабаттан никахҡа инмәгән һәм бер йәки бер нисә бала тәрбиәләгән ир менән ҡатын тураһында һүҙ бара.

МХО-ла һәләк булғандарҙың тормош иптәштәре торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләүҙәрҙе тәү сиратта алырға хоҡуҡлы. Хөкүмәттә ошо турала ҡарарға ҡул ҡуйылған.


Социаль түләүҙәр торлаҡ хаҡының 35% кәм булмай, тиелә документта.


Хәбәр ителеүенсә, аҡсаны яңы төҙөлгән йортта фатир һатып алыуға; үҙ торлағыңды төҙөүгә; ипотеканың тәүге иғәнәһенә йәки уны ҡаплауға тотонорға мөмкин.


Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары һаны артты.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-21/semyam-pogibshih-uchastnikov-svo-pomogut-s-zhiliem-4319684



Вернуться назад