Яҡташыбыҙ яугирҙәр өсөн һабын яһаған03.07.2025

Яҡташыбыҙ яугирҙәр өсөн һабын яһаған

Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылынан Зөлфиә Сәбғиәнова махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн һабын ҡайнатҡан. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә һөйләнеләр.

Ә Имәнлекүлдән Гөлнур Князева һалдаттарға киптерелгән бөтнөк, мелисса, ҡарағат япраҡтары һәм башҡа шифалы үләндәр йыйып ебәргән.


Бынан тыш, Үрге Аташ ирекмәндәре хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн 13 маскировка селтәре үргән.


Бынан алдараҡ республика ирекмәндәрен МХО биләмәһендә ярҙам күрһәтергә өйрәтеүҙәре билдәле булды.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-03/zhitelnitsa-bashkirii-izgotovila-dlya-boytsov-svo-mylo-ruchnoy-raboty-4300853



Вернуться назад