Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға мемориал асылды
Яугирҙәргә һәйкәл халыҡтың уларға рәхмәт билдәһе булып тора, тип иҫәпләй Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов.
Ишембай районының Петровское ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды. Был хаҡта муниципалитет хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов хәбәр итте.
Мемориал – Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған башҡорт яугирҙәренең батырлығы һәм ҡаһарманлығы символы, тип билдәләне ул.
«Бөгөн ир-егеттәр үҙ бурысын намыҫ менән үтәй, киләсәк быуындар өсөн уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү беҙҙең бурыс булып тора. Был һәйкәл таш ҡына түгел, ә беҙҙең рәхмәт билдәһе. Һәйкәл Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығын хөрмәт итеү урынына, балаларыбыҙҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә мотлаҡ мөһим объектҡа әүерелер тип ышанам», — тип яҙа Азат Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Бынан алдараҡ Азат Ишемғолов фронттағы яҡташтарына алты автомобиль, мотоцикл, инструменттар һәм аҙыҡ-түлек алып барып тапшырыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-02/v-bashkirii-otkryli-memorial-uchastnikam-svo-4299240