Республикала яугирҙең һәләк булыуына бәйле матди ярҙам алыусылар исемлеге киңәйтелде02.07.2025
Фото: Валерий Шахов

Республикала яугирҙең һәләк булыуына бәйле матди ярҙам алыусылар исемлеге киңәйтелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә түләнгән 2 миллион һумлыҡ матди ярҙам алыусылар даирәһен киңәйткән законға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер мәрхүмде бәлиғ булғансы ҡараған һәм тәрбиәләгәндәр (биш йылдан да кәм түгел) республика бюджетынан аҡса алырға мөмкин.


Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, биологик ата-әсә булмаған кешенең бала өсөн терәккә әйләнеүе, ләкин билдәле бер хоҡуҡи статусы булмағас, түләүгә дәғүә итә алмауы ҡануни яҡтан төҙәтелде.


Бынан тыш, закон буйынса бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алыусылар иҫәбенә Украина менән сиктәш Рәсәй территорияларында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары индерелде.


Бынан алдараҡ Башинформ июлдә үҙ көсөнә ингән закондар тураһында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-02/v-bashkirii-rasshirili-krug-poluchateley-matpomoschi-v-svyazi-s-gibelyu-boytsa-4297980



Вернуться назад