Башҡортостанда Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө менән ҡотланылар01.07.2025
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостанда Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө менән ҡотланылар

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәрби хәрәкәттәр ветерандарын байрамдары менән ҡотланы һәм уларҙың ҡатмарлы осорҙа Ватан һағына баҫыуҙарын, үҙ бурыстарын намыҫ һәм батырлыҡ менән үтәүҙәрен билдәләне.

Бөгөн Рәсәйҙә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә. Дата Афғанстан, Төньяҡ Кавказ, Сүриә һәм башҡа төрлө ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ҡаһарманлығына арналған.


Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәрби хәрәкәттәр ветерандарын байрамдары менән ҡотланы һәм уларҙың ҡатмарлы осорҙа Ватан һағына баҫыуҙарын, үҙ бурыстарын намыҫ һәм батырлыҡ менән үтәүҙәрен билдәләне.


«Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙгә көс-ҡеүәт, түҙемлек һәм илебеҙгә тоғролоҡ өсөн рәхмәт», — тип яҙа Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Сибайҙа Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәр ветерандарының һигеҙенсе слеты үтте. Йыл һайын 1 июлдә билдәләнгән Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө алдынан ойошторолған осрашыу Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары халҡын йыйҙы.


2025 йылдың майында Рәсәй территорияһына ҡораллы һөжүмде кире ҡағыуҙа ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм ирекле формированиелар яугирҙәрен хәрби хәрәкәттәр ветерандары тип таныу тураһында закон көсөнә инде.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-01/v-bashkirii-otmechayut-den-boevyh-deystviy-4296822



Вернуться назад