Башҡортостандан МХО яугире Жуков миҙалы менән бүләкләнде05.06.2025

Башҡортостандан МХО яугире Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостандың Благовещен ҡалаһынан «Бабай» позывнойлы МХО яугире фиҙакәрлеге һәм шәхси батырлығы өсөн Жуков миҙалы, шулай уҡ «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнгән. Был турала Благовещен районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.


Яҡташыбыҙ 2023 йылдан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Таһир Күсимов исемендәге батальонының штурм отряды составында хеҙмәт итә. Яу яланында ҡаты яраланған яугир әле һаулығын нығыта. Ул тиҙерәк һауығып, фронттағы яуҙаштары янына барырға ашҡына.


Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнсе «Бабай» ҡаланың ресурстар менән тәьмин итеү предприятиеһында слесарь булып эшләй. Яҡташыбыҙ коллегаларына һәм етәкселәренә яугирҙәргә ярҙамы, шулай уҡ Благовещен уҡыусыларына яҙған хаттары өсөн рәхмәт белдерҙе. Балаларҙың хаттары яугирҙәргә еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә, ти ул.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-06-05/uchastnika-svo-iz-bashkirii-nagradili-medalyu-zhukova-4265344



Вернуться назад