Радий Хәбиров МХО яугирен генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында МХО яугиреАртем Баймөхәмәтовты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.
Минең өсөн Тыуған илгә хеҙмәт итеү һәм ил мәнфәғәттәрен яҡлау – оло мәртәбә, тип билдәләне Артем Баймөхәмәтов.
«Ете ай элек мин илемә еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итеү өсөн хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә юлландым. Бының ни тиклем ауыр икәнен үҙемдә татыным. Еңеүгә өлөш индерә алыуыма шатланам. Беҙҙең һалдаттар — геройҙар. Уларҙың һәр береһендә герой рухы бар», — тине яугир.