Башҡортостан табибы МХО-ла кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған өсөн Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде
Республика кардиология үҙәге табибы Юлиә Рәхмәтуллина МХО биләмәһендә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған өсөн Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде. «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, ғинуарҙа Рәхмәтуллина Башҡортостандан медицина бригадаһы менән Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында эшләй. Алты ай буйына ул урындағы халыҡҡа һәм Рәсәй хәрбиҙәренә медицина ярҙамы күрһәтә.
Көйөргәҙе районының Ҡансыра ауылы ҡыҙы бала саҡтан табип булырға хыялланған.
— Ҡыҙыбыҙ республика райондарының береһендә күп йылдар табип булып эшләгән һеңлем Сәриәгә гел һоҡлана торғайны, — ти Шәбағыш ауыл советы башлығы Зинур Рәхмәтуллин. — Шуға күрә мәктәпте тамамлағанда Юлиә үҙенең кем булырын белә ине. БДМУ-ға уҡырға инде. Мәктәптә лә яҡшы уҡыны, юғары уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамланы. Балаларыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.