Башҡортостан табибы «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалын алды21.05.2025

Башҡортостан табибы «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалын алды

Башҡортостандан хәрби хирург Рөстәм Минһажев II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалына лайыҡ булды. Указға Владимир Путин ҡул ҡуйған. Был МХО биләмәһендә яраланған һәм сирләгән яугирҙәрҙе дауалаған өсөн юғары награда булып тора.


Беренсе, тыныс тормоштағы награда уға фронтта тапшырыла. Өфөлә ковид-госпиталь ойошторған өсөн яҡташыбыҙ Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнә. Икенсе тапҡыр иһә хәрби табипты «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалына тәҡдим итеү тураһында яңылыҡ Рәсәйҙең барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыға. Полктың медпункт начальнигы 500-ҙән ашыу яугирҙе һәм тыныс халыҡты ҡотҡара.


2022 йылдың апрелендә, әле Өфөнөң 13-сө дауаханаһында хирург булып эшләгән сағында Рөстәм Минһажев үҙ теләге менән Донецк Халыҡ Республикаһында эшләп ҡайта һәм унда күрһәткән һөнәри оҫталығы, ҡыйыулығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһына лайыҡ була. Шул уҡ йылдың көҙөндә ул өлөшләтә мобилизация буйынса махсус операцияға юллана.


Тыныс тормошта яҡташыбыҙ яратҡан эше менән шөғөлләнергә — дауаханала лапароскопия хирургияһын үҫтерергә хыяллана.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-05-21/vrach-iz-bashkirii-poluchil-medal-ordena-za-zaslugi-pered-otechestvom-4244075



Вернуться назад