Өфөлә район хакимиәте хеҙмәткәре МХО-ға юлланды19.05.2025
Фото: Рөстәм Хәмитов, Вк

Өфөлә район хакимиәте хеҙмәткәре МХО-ға юлланды

Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте хеҙмәткәре контракт төҙөп, МХО-ға юлланған. Ике йылдан ашыу ведомствола эшләгән осорҙа үҙен яҡшы белгес итеп күрһәткән. Уның ҡарары коллегалары өсөн көтөлмәгән хәл булды, тип билдәләне район башлығы Рөстәм Хәмитов.


«Район хакимиәте хеҙмәткәре Дмитрийҙың Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыуы күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа Дмитрий Ватан һағына баҫыуҙы үҙенең бурысы тип һанай. Уның был аҙымы хөрмәт һәм һоҡланыу уята. Димаға хеҙмәтендә уңыштар!» – тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостан Башлығының махсус операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән осраҡта республиканан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын 2025 йылдың 31 майына тиклем оҙайтыуы тураһында яҙғайны.


МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тураһында указға тейешле үҙгәрештәр индерелгән, документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-05-19/v-ufe-sotrudnik-rayonnoy-administratsii-ushyol-na-svo-4240590



Вернуться назад