Республикала хирург яугирҙең ҡулын һаҡлап ҡалған
Салауат ҡала дауаханаһында Күгәрсен районынан махсус хәрби операция яугиренә уникаль операция яһағандар.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә шартлау ваҡытында ҡаты яраланған.
Операцияны нейрохирург Аслан Аҫылбаев эшләгән. Әлеге ваҡытта яугир йүнәлә башлаған, тип белдерҙеләр ведомствола.