Яҡташ яугир ялға ҡайтҡанында кәләш алған23.04.2025
Фото: Владимир Спеле, телеграм-канал

Яҡташ яугир ялға ҡайтҡанында кәләш алған

Ошо көндәрҙә Нефтекамала «Малыш» позывнойлы МХО яугире һәм уның кәләше Анна ғаилә ҡорған. Йәштәрҙең өйләнешеүе тураһында Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле хәбәр итә.


Владимир Спеле һүҙҙәренсә, улар 22 апрелде осраҡлы һайламаған. Сөнки 2023 йылда тап ошо көндә Олег менән Анна бер-береһе менән танышҡан.


«Яҙмыш ҡушыуы буйынса, кейәүҙең отпускыһы ошо датаға тура килде. Бына ике йылдан һуң улар ир менән ҡатын булды. Йәштәрҙе туй көнө менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләгеҙгә мөхәббәт, гармония һәм татыулыҡ теләйем! Яратып-яратылып йәшәгеҙ!» — тигән изге теләктәрен еткерҙе Владимир Спеле.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-23/uchastnik-svo-iz-bashkirii-vo-vremya-otpuska-sozdal-semyu-4209512



Вернуться назад