Башҡортостандан адвокат МХО-ға юлланған
Күмертауҙан юрист Азамат Үтәгәнов МХО биләмәһендә хеҙмәт итеү юлын һайлаған. Уның тураһында ҡала хакимиәтендә һөйләнеләр.
Яҡташыбыҙ 2023 йылдың сентябрендә оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. 2011 йылдан адвокат эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәс, үҙенә «Адвокат» тигән позывной алған.
«Тыуған илебеҙ өсөн көрәшкән егеттәргә ярҙам итергә теләйем», — ти «Адвокат».
Азамат хайуандарҙы ярата. Уны өйҙә бесәйе, ташбаҡалары һәм аквариум балыҡтары көтә. Уның ябай, әммә илһөйәрлек көсө менән һуғарылған тормош девизы бар: «Үҙебеҙҙекеләр өсөн янып-көйәбеҙ!».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән өсөн бер юлы 2 миллион һум, ай һайын 210 мең һумдан башланған хеҙмәт хаҡы, шулай уҡ ғаилә өсөн 40-тан ашыу льгота ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт – башбат.рф сайтында.