Радий Хәбиров Малаяҙ ауылында МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районының Малаяҙ ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Салауат Ғәзимов, Рөстәм Зарипов, Дамир Мәмбәтов, Замир Мирсаяпов, Әнис Мөхәмәтйәнов, Руслан Насипов, Илдар Ситдиҡов, Вадим Һаҙыев, Айҙар Шәйәхмәтов, Салауат Йәнгировтың ғаиләләре менән осрашты.
Республика етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, хәләл ефеттәренең ҡайғыһын уртаҡлашты. Яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Награда уларҙың яҡындарына тапшырылды.
«Егеттәр Тыуған иле өсөн ғүмерен ҡорбан итте. Уларҙың һәр береһе үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәне. Улар – ысын геройҙар, беҙҙең бурысыбыҙ – улар тураһында хәтерҙе һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр, патриоттар, ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең төп маҡсат – уларҙы онотмау, хәтерҙәрен мәңгеләштереү, ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балалары хаҡында даими хәстәрлек күреү. Махсус хәрби операция тамамланғас, Өфөлә һәләк булған яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә мемориал ҡуйырбыҙ».
Һәләк булған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – муниципалитет башлыҡтарының төп бурысы, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Улар һәр ваҡыт һеҙҙең менән бәйләнештә булырға, сараларға саҡырырға, көнүҙәк һәм көнкүреш проблемаларын хәл итешергә, шулай уҡ яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә тейеш. Ғаиләләр үҙ-үҙҙәренә бикләнмәһен өсөн уларҙы районда үткәрелгән барлыҡ сараларға саҡырығыҙ, һәләк булған геройҙарыбыҙҙың ата-әсәләре һәм ҡатындары беренсе рәттәрҙә ултырһын», – тине Радий Хәбиров.