Башҡортостан яугирҙәре блиндажда мәсет төҙөгән
«Башҡортостан» полкы яугирҙәре блиндажда мәсет төҙөгән. Алғы һыҙыҡтағы мәсет тураһында видеояҙма «Башҡорт батальоны» телеграм-каналына һалынған.
«МХО-ла доғалар һәм ышаныуһыҙ мөмкин түгел, тиҙәр егеттәр. Улар өсөн ошо бәләкәй генә йәшенеү урыны тыныслыҡ, хәүефһеҙлек һәм Хоҙайға яҡыныраҡ булыу тигәнде аңлата», — тип хәбәр итә «Башҡорт батальоны» телеграм-каналында.
Видеола мәсетте күрһәткән хәрби әйтеүенсә, фронтта Аллаһҡа ышанмаған яугирҙәр бик һирәк осрай.
«Бер нисә ай элек беҙ ерҙе ҡаҙып, мәсет төҙөнөк. Яугирҙәр килеп, намаҙ уҡыйҙар. Яңыраҡ бында мосолмандарҙың изге Ураҙа байрамы үтте», — тип һөйләне ул.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың дин әһелдәре тураһында фильм киң прокатка сыҡты тип хәбәр иткәйне.