Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән закон ҡабул ителде25.03.2025
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән закон ҡабул ителде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында яугирҙең махсус хәрби операцияла һәләк булыуына бәйле түләү алыусылар тураһында закон ҡабул ителде. Республика парламенты спикеры Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, бәлиғ булмаған балаларҙың аҡса алыуға өҫтөнлөклө хоҡуғы һаҡлана, сөнки улар матди ярҙамға нығыраҡ мохтаж.


«Закон менән бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алыусылар даирәһе киңәйтелде, — тине Константин Толкачев. — Әгәр һәләк булған яугирҙең башҡа ғаилә ағзалары булмаһа, уның бәлиғ булған балаларының 2 миллион һум алыу хоҡуғы бар. Аҡса тигеҙ өлөшкә бүлеп бирелә».


Законға Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡул ҡуйыуы көтөлә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, һәләк булған (үлгән) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары:


— рәсми ҡатыны, әгәр махсус операцияға шәфҡәт туташы булып ҡатын-ҡыҙ китһә, уның рәсми ире;


— ата-әсәһе йәки уллыҡҡа алыусылар;


— өләсәһе һәм олатаһы, әгәр ата-әсәһе булмағанлыҡтан өс йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар;


— үгәй атаһы менән үгәй әсәһе, әгәр биш йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар;


— бәлиғ булмаған балалары, 18 йәшкә тиклем инвалид булған бәлиғ балалары, шулай уҡ 23 йәшкә тиклемге студент балалары.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-03-25/v-bashkirii-primut-zakon-napravlennyy-na-podderzhku-semey-uchastnikov-svo-4170866





Вернуться назад