Башҡортостан артисы МХО биләмәһендә башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы24.03.2025
Фото: видеонан скриншот

Башҡортостан артисы МХО биләмәһендә башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы

Сибай концерт-театр берекмәһенең мобилизацияланған артисы Фларид Бирғәлин МХО билмәһендә башҡорт халыҡ йырын башҡарған. Был турала «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.


Фларид Бирғәлин 2022 йылдың көҙөнән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Хәҙер ул Юлия Чичеринаның фронт ижади бригадаһы составында позицияларҙа һәм тыл зоналарында яугирҙәр алдында сығыш яһай.


Башҡортостандан «Добрый» позывнойлы яугир ижади төркөмдөң концерттарының береһендә яҡташының «Уралым» йырын башҡарғанын видеоға төшөрөп алған.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында йырҙың премьераһы булды.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-03-23/artist-iz-bashkirii-ispolnil-narodnuyu-pesnyu-v-zone-svo-4168966



Вернуться назад