Башҡортостандан БПЛА операторы ВСУ техникаһын һәм тере көсөн юҡ иткән21.03.2025
Фото: «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы

Башҡортостандан БПЛА операторы ВСУ техникаһын һәм тере көсөн юҡ иткән

Яҡташыбыҙ, Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальонының «Африка» позывнойлы БПЛА операторы ВСУ техникаһын һәм тере көсөн юҡ иткән. Видео «Башҡорт батальоны» телеграм-каналында баҫылған.

Антон Иванов сығышы менән Бишбүләк районынан. Башҡорт батальонында подразделение ойошторолғандың тәүге көндәренән үк пилотһыҙ осоу аппараттары взводының расчет начальнигы булып хеҙмәт итә.


«Африка» — һауа разведчигы, дошмандың ҡайҙа икәнен асыҡлай.


Иванов тураһында Стәрлетамаҡтан «Башҡорт» позывнойлы полкташы былай тип һөйләне:


«Минең «Африка» позывнойлы яуҙашым хәрби хәлде контролдә тота. Башҡа батальондар өсөн дә эшләй тип әйтергә мөмкин», — тине «Башҡорт».


Антон Иванов батырлығы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Батырлыҡ ордены, генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың 9 декабрендә — Ватан Геройҙары көнөндә Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин Башҡортостан яугиренә Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы йондоҙон тапшырҙы.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-03-21/operator-bpla-iz-bashkirii-porazil-tehniku-i-zhivuyu-silu-vsu-4167384



Вернуться назад