Бәләбәй районы МХО-ла ҡатнашыусыларға өс автомобиль оҙата
Бәләй халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә йәнә гуманитар йөк оҙатырға йыйына. Был хаҡта Бәләбәй районы хакимиәте хәбәр итә.
Ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм миһырбанлы кешеләр бергәләп һыуытҡыс, өс автомобиль, автозапчастар, электр генераторы, төҙөлөш материалдары, инструменттар һәм материалдар, медикаменттар, гигиена әйберҙәре, кейем-һалым, эсәр һыу һәм аҙыҡ-түлек әҙерләгән.
Хакимиәт гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерә.
«Һеҙҙең ярҙам дөйөм эшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Күмәкләшеп бар ауырлыҡтарҙы йырып сыға һәм ҡуйылған маҡсаттарға ирешә алырбыҙ», — тиелә муниципалитет белдереүендә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, «Башҡортостан» полкы яугире яҡташтарына сәләм еткерҙе һәм гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.