Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ер алырға мөмкин
Башҡортостандан МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары шәхси йорт һалыу өсөн ер участкаһы алырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.
Ярҙам сараһына ярашлы, участка бер тапҡыр бирелә. Һәләк булған хәрбиҙең хәләл ефете, бәлиғ булмаған, шул иҫәптән уллыҡҡа алынған балалары, әгәр ҡатыны һәм балалары булмаһа, ата-әсәһе яугирҙең ғаилә ағзалары тип һанала.
Ер алыу өсөн ғариза яҙырға, паспорт күсермәһен, награда документтарын һәм башҡаларын тапшырырға кәрәк. Документтар күп функциялы үҙәктә, муниципалитет хакимиәтендә, республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында йә иһә Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡабул ителә.
Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте карточкаларҙа уҡығыҙ.