Радий Хәбиров МХО ветерандарын ҡышҡы турнирҙа еңеүҙәре менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың МХО ветерандарын ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» Бөтә Рәсәй ярыштарында уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотланы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, турнирҙа Башҡортостан намыҫын Артём Мөхәрәмов, Радик Йосопов, Алексей Холопов һәм Олег Мөфтәхетдинов яҡланы. Улар биатлонда, саңғы уҙышында һәм тау саңғыһы спортында ҡатнашты.
«Егеттәр Ханты-Мансиҙа үткән ярыштарҙа уңышлы сығыш яһап, өс миҙал яуланы. Ҡотлайым! Саңғы уҙышында һәм биатлонда махсус операция ветераны Олег Мөфтәхетдинов командабыҙға ике алтын миҙал килтерҙе. Артём Мөхәрәмов тау саңғыһы спортында бронза призер булды. Әйткәндәй, ике ветеран да «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалында социаль координатор булып эшләй. Улар өйҙәренә ҡайтҡан яугирҙәргә тыныс тормошта үҙҙәрен табырға ярҙам итә. Команданың тренеры – дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов. Яугирҙәребеҙҙең ҡыйыулығына һәм рух көсөнә һоҡланам. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалына геройҙарыбыҙ менән яҡшы системалы эш өсөн рәхмәт белдерәм. Спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү – ветерандарҙы социализациялауҙың мөһим этабы. Был эште дауам итербеҙ һәм тейешле шарттар булдырырбыҙ», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.