Яҡташыбыҙ МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн уңыш килтереү талсымын эшләгән17.03.2025
Фото: Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты

Яҡташыбыҙ МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн уңыш килтереү талсымын эшләгән

Донецк йүнәлешендә 36-сы мотоуҡсылар дивизияһы составында хәрби бурыстарын үтәгән Башҡортостан яугирҙәренең хәҙер үҙ  талисманы – Чебурашкаһы бар. Уны Өфө оҫтаһы Фәнүз Сәлимгәрәев эшләгән, ә талсымды уларға Башҡортостан халыҡ фронты активистары алып барып биргән.


«Шәхси состав тулыланды. «Чебурашка» позывнойлы яңы яугирҙең төп бурысы – яугирҙәребеҙгә уңыш йәлеп итеү. Бер һүҙ менән әйткәндә, ысын талисман булыу. Халыҡ фронты аббревиатураһы менән импровизацияланған флаг уға ярҙам итер», — тип хәбәр итә ойошма социаль селтәрҙә.


Яҡташыбыҙ МХО-ның тәүге көндәренән үк яуҙағылар өсөн тимерҙән әйберҙәр, шул иҫәптән буржуйка-мейестәр эшләй. Мейестәрҙе Фәнүс Сәлимгәрәев даими камиллаштырып тора.


Бынан тыш, Фәнүс Сәлимгәрәев гуманитар ярҙам йыйып, дуҫтары менән бергә алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә кәрәк-яраҡтар ташый.


Фәнүз Сәлимгәрәев иретеп йәбештереүсе оҫталығын сәнғәт кимәленә еткерҙе, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» агентлығы.


Әйткәндәй, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының талсымы 2023 йылда уҡ барлыҡҡа килде.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-03-17/ufimets-izgotovil-dlya-uchastnikov-svo-talisman-udachi-4159805



Вернуться назад