Путин Курск йүнәлешендә Башҡортостан яугирҙәренең ҡаһарманлығын баһаланы17.03.2025
Фото: кремлин.ру

Путин Курск йүнәлешендә Башҡортостан яугирҙәренең ҡаһарманлығын баһаланы

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы Владимир Путин Башҡортостандан 3-сө мотоуҡсылар дивизияһының 1220-се мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренең Курск өлкәһен азат итеүгә индергән хәрби өлөшөн юғары баһаланы. Был хаҡта Дәүләт башлығы Курск төркөмө менән идара итеү пункттарының береһендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе.


/ ... /3-сө мотоуҡсылар дивизияһының 1220-се мотоуҡсылар полкы/.../. Генераль штабтың баш оператив идаралығы етәкселегенә лә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйткем килә», — тине Владимир Путин Рәсәй Ҡораллы көстәренең Генераль штабы начальнигы — оборона министрының беренсе урынбаҫары Валерий Герасимовтың докладын тыңлағандан һуң.


Был подразделениела Башҡортостандан мобилизацияланғандар, шул иҫәптән Өфөнән «Ҡайтыр» позывнойлы махсус хәрби операция ветераны Павел Самойлиндың улы Илья хеҙмәт итә. Был хаҡта Самойлин социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, яугирҙәрҙең алғы һыҙыҡтағы уңыштарында Башҡортостан тылының ярҙамы ҙур.


2023 йылдың ноябрендә Павел Самойлин, «Ҡайтыр» тигән позывной алып, контракт буйынса Донбассҡа хеҙмәт итергә юлланды. Былтыр октябрҙә Павел Самойлин өйөнә ҡайтты. Өфөлә уны туғандары, дуҫтары һәм коллегалары ҡаршы алды. Павел Самойлин Рәсәй президенты указына ярашлы Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Ә 21 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Уның ҡаһарманлығы тураһында тулыраҡ бында уҡығыҙ.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-03-17/putin-otmetil-podvig-uchastnikov-svo-iz-bashkirii-na-kurskom-napravlenii-4159207


 


 



Вернуться назад